Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Лингвистик йүнәлештәге «Нурҙар» отряды Өфө уҡыусыларына ғәрәп телен өйрәнеүҙә ярҙам итәсәк

Йәмғиәт

1 июндә Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры базаһында «Нурҙар» лингвистик отряды асылды. Лингвистик отряд Башҡортостандың баш ҡалаһының Киров районы хакимиәте менән берлектә Башҡорт-ғәрәп дуҫлығы йәмғиәте менән ойошторолған.

Уның составында — башлыса 5-6 кластарҙа уҡыған 24 уҡыусы. Балалар ғәрәп теленең башланғыс курсын өйрәнәсәк. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты көнсығыш телдәре кафедраһы уҡытыусылары менән әҙерләнгән уҡыу программаһы ғәрәп телен өйрәнеүҙән тыш, Көнсығыш мәҙәниәте менән таныштырыуҙы – музейҙар һәм күргәҙмәләргә йөрөүҙе лә күҙ уңында тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть