6 декабрь, Шишәмбе

01 июнь 2011 йыл, 12:21

Өфөгә Беренсе канал делегацияһы - «Беренсе бул!» хәйриә акцияһы ҡатнашыусылары килде

автор: Евгений Рәхимҡолов, Алик Шакиров

Башҡортостанға Беренсе каналдың делегацияһы килде. Өфө аэропортында «Беренсе бул!» хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, башҡа рәсми кешеләр ҡаршы алды. Беренсе каналдың «Йондоҙҙар десантында» билдәле алып барыусылар, популяр артистар, йырсылар һәм данлыҡлы спортсылар бар. Улар араһында — Екатерина Андреева, Екатерина Стриженова, Арина Шарапова, Нонна Гришаева,  Петр Толстой, Виктор Гусев, Леонид Якубович, Александр Гордон, Вадим Колганов, Андрей Бахметьев, Диана Гурцкая, Анита Цой, "Ассорти" төркөмө, Юлия Ковальчук, Алексей Чумаков, Игорь Демарин, Александр Носик, Алик Гульханов, Виталий Кищенко, Мария Кожевникова, Татьяна Арнтгольц, Александр Дьяченко һәм башҡалар.

Беренсе каналдың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйылғы акция сиктәрендә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, шулай уҡ патронат һәм күп балалы ғаиләләр проблемаларына айырым иғтибар биреләсәк. Акцияла ҡатнашыусылар балалар йорттарына, балалар дауалау учреждениеларына һәм реабилитация үҙәктәренә барасаҡ, унда был учреждениеларҙың тәрбиәләнеүселәре менән туранан-тура аралаша, берлектәге спорт һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, бүләктәр тапшыра аласаҡ.  

Балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөлә Беренсе канал инициативаһы буйынса медицина ярҙамына мохтаж етем балаларға Бөтә Рәсәй Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә бушлай операция эшләнәсәк. Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематология бүлексәһенә яңы тыуған балаларға яңы ретиналь камера һәм ламинар палата асыу өсөн аҡса йыйылған. Акция сиктәрендә Өфөнөң Сабыйҙар йортона оҙаҡ көтөлгән автобус бүләк ителәсәк.

Ҡунаҡтар яңы быуын балалар баҡсаһын асыуҙа ҡатнашып, ауырыуҙарҙы алдан билдәләү өсөн медицина ҡорамалдары тапшырасаҡ. Беренсе канал йондоҙҙары балалар күргәҙмә сәнғәт үҙәген һәм реконструкциянан һуң балалар тимер юлында яңы миҙгелде асасаҡ. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгендә акцияла ҡатнашыусылар балалар театрын асыуҙа ҡатнашып, уның тәүге спектакленең премьераһын ҡараясаҡ. Акция сиктәрендә «Родина» кинотеатрында балалар өсөн бушлай «Борцу не больно» кинофильмының һәм «Гадкий утенок» мультфильмының премьераһы, шулай уҡ уларҙы төшөргән ижади төркөм менән осрашыу үтәсәк.

1-се Республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре бүләккә компьютер класы аласаҡ. Йондоҙҙар балалар менән бергә үҙ ҡулдары менән йомшаҡ уйынсыҡтар эшләргә һәм Һабантуй байрамында ҡатнашырға йыйына. Балаларҙы КХЛ чемпиондары — «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән осрашыу көтә. Өфөнөң Олимпия резервындағы теннис мәктәбендә балалар өсөн Андрей Чесноков менән Анастасия Мыскина ҡатнашлығында мастер-класс үтәсәк. Ә «Динамо» үҙәк ҡала стадионында «Беренсе канал йондоҙҙары» менән Башҡортостан Республикаһының үҫмерҙәр йыйылма командалары араһында футбол матчы үткәреләсәк. Саралар программаһында һәләтле балалар менән түңәрәк өҫтәл үткәреү ҙә ҡаралған, уларға ҡунаҡтар персональ бүләктәр — ноутбуктар әҙерләгән.

Байрам Конгресс-холл бинаһы янындағы үҙәк майҙанда башланасаҡ. Бында балалар өсөн аттракциондар, тәмлекәстәр, конкурстар һәм бүләктәр менән ысын «Балалар ҡаласығы» йәйелдереләсәк. Байрам саралары «Өфө-Арена» универсаль спорт бинаһында етем һәм инвалид балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балалар өсөн Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы хәйриә концерты менән тамамланасаҡ. Республиканың иң яҡшы балалар табибы һәм педагогы Беренсе каналдан бүләккә автомобилдәр аласаҡ.