10 декабрь, Шәмбе

01 июнь 2011 йыл, 11:14

«Ижтимағи электрон гәзит» «Беренсе бул!» телепроекты сараларын онлайн режимда тапшырасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөлә Беренсе каналдың «Беренсе бул!» телепроекты сиктәрендә үткәрелгән саралар бөгөн онлайн режимда «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында трансляцияланасаҡ. Йәмғеһе һигеҙ веб-камера урынлаштырылған.

Теләге булған һәр кем Конгресс-холл алдындағы майҙанда, уның сәхнәһендә һәм кәңәшмәләр залында барған байрам ваҡиғаларын күҙәтә аласаҡ. Веб-камералар  «Динамо» стадионындағы, «Өфө-Арена» һәм «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркындағы сараларҙы ла күрһәтәсәк.

Трансляцияны ҡарар өсөн http://i-gazeta.com/first/ һылтанмаһына күсергә кәрәк.