7 декабрь, Шаршамбы

01 июнь 2011 йыл, 9:04

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы дат технологиялары буйынса модернизацияланасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһына Данияның энергияны һаҡлаусы технологияларын индереү буйынса проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Уны ғәмәлгә ашырыу механизмдары Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың «Данфосс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («Данфосс» дат компанияһының Рәсәйҙәге вәкиллеге) генераль директоры Михаил Шапиро һәм «Ренова-СтройГрупп» компанияһы президенты Вениамин Голубицкий менән осрашыуында тикшерелде. Яңы технологиялар төҙөлөш барған, шулай уҡ төҙөлөп бөткән йорттарҙа ла индереләсәк.  

— Бындай проект Екатеринбургта күптән тормошҡа ашырыла, — тип хәбәр итте Вениамин Голубицкий. – Беҙ республика етәкселеге менән беҙҙең тәжрибәне Башҡортостанда нисек ҡулланырға мөмкин булыуы хаҡында электән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ.  

Михаил Шапиро ағымдағы йылдың ғинуар айында Рөстәм Хәмитов менән осрашҡайны инде. Ул ваҡытта Данияның энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологияларын республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә индереү тураһында принципиаль килешеүгә өлгәшелде. Хәҙер был проекттың финанс һәм юридик механизмдарын әҙерләргә, шулай уҡ Өфө территорияһында тәжрибә майҙансығын һайларға ғына кәрәк.

«Данфосс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Ренова-СтройГрупп» тәҡдим иткән технологиялар йылылыҡ энергияһын ҡулланыуҙы көйләү, йылылыҡ менән тәьмин итеү һәм йылылыҡ үткәрмәү системаларын автоматлаштырыу менән бәйләнгән. Былар дөйөм йортҡа һәм һәр фатирға ҡуйылған иҫәп приборҙары, үҙәк йылы биреү пункттары урынына һәр йорт подвалында урынлаштырылған компактлы йылытыу ҡулайламалары һәм башҡалар.

— Беҙҙең технологиялар комплексы йылылыҡ ҡулланыу күләмен кәметеүгә, йылылыҡ энергияһы бүлеү механизмын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Бынан тыш, энергияны һаҡлау технологиялары халыҡ өсөн коммуналь хеҙмәттәр хаҡын арзанайтыуға өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк, — тине Михаил Шапиро. – Миҫал өсөн — ошондай уҡ проект ғәмәлгә ашырылған Екатеринбург районы халҡы ҡаланың башҡа халҡы менән сағыштырғанда йылылыҡ өсөн 35-40 процентҡа аҙыраҡ түләй.