Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Төҙөүселәр Иглин районындағы йорттарҙы ике айҙа төҙөп бөтөргә планлаштыра

Иҡтисад

Башҡортостан төҙөүселәре боеприпастар шартлауы һөҙөмтәһендә ҡыйыҡһыҙ ҡалған Урман ауылы халҡына йорттар төҙөү буйынса саралар планын эшләне.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Иглин районы хакимиәте, селтәр ойошмалары, Торлаҡ төҙөлөшө фонды, проект институттары һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

Һөҙөмтәлә 16 фатирлы өс йорт һәм 12 индивидуаль йорт төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Эштәр янғындан зыян күреүселәргә йорттар төҙөүгә заказсы булараҡ сығыш яһаған Торлаҡ төҙөлөшө фонды майҙанында алып барыласаҡ. Бер төркөм компаниялар подрядсылар буласаҡ: «Башкортостаннефтезаводстрой» тресының 10-сы төҙөлөш идаралығы, «БНЗС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «БР Аҙ ҡатлы төҙөлөш идаралығы» дәүләт унитар предприятиеһы, улар, хәлдәрҙең ауырлығын аңлап, эштәрҙе финанслау сығанаҡтары билдәләнмәҫ борон уҡ башланы. «Башинформ» агентлығына БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Фидарис Багаевтың хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта урында планлаштырыу һәм проект эштәре башҡарылған. Төҙөүселәр ер ҡаҙыу эштәренә тотонған, техника һәм төҙөлөш материалдары ташыла. Бөтә йорттарҙы ла

Иглинда төҙөргә ҡарар ителгән. Төҙөүселәр алдында ҡуйылған срок — ике ай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть