Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Благовещенда полиция һәм ҡала халҡы юғалған ҡыҙҙы эҙләй

Йәмғиәт

Благовещен ҡалаһы һәм районы буйынса Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре юғалған ҡыҙҙы эҙләй. Ата-әсәһе туғыҙ йәшлек Дарья Асееваны 30 майҙа юғалтҡан. Кисен ҡыҙ урамға уйнарға сыға һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Туғандары Дашаны эҙләргә тотона, әммә һөҙөмтәһеҙ.

Әлеге ваҡытта баланы эттәр менән полицияның 50 хеҙмәткәре эҙләй. Полицейскийҙарға үҙ теләге буйынса 60-тан ашыу Благовещен гражданы ярҙам итә. Улар бергәләп ҡала тирәһендәге урманды тикшерә.

Дарья көл төҫөндәге лосина, ҡыҫҡа еңле аҡ футболка, капюшонлы еңһеҙ ҡыҙыл көртөй кейгән булған, аяғында ҡара туфли. Сәстәре һоро, буйы 140 см, күҙҙәре асыҡ һоро, эйәгендә миңе бар.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы баланың ҡайҙа булыуы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәте булған кешеләрҙең барыһын да полиция бүлектәренә хәбәр итеүҙәрен йәки 128 һандары буйынса ышаныс телефонына шылтыратыуҙарын һорай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть