Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Рәсәй үҙаң проблемалары: халыҡ, интеллигенция, власть» VIII Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк

Йәмғиәт

1-2 июндә Башҡорт дәүләт университетында «Рәсәй үҙаң проблемалары: халыҡ, интеллигенция, власть» VIII Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.  

Билдәле Рәсәй ғалимдары пленар ултырыш сиктәрендә Рәсәй үҙаңын үҙгәртеү, кеше үҙаңында архаик, традицион һәм инновацион башланғыстарҙың үҙ-ара тәьҫир итешеүе, Рәсәйҙә граждандар йәмғиәте үҫешенең социомәҙәни аспекттары кеүек мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

Форумдың төп үҙенсәлеге: бында халыҡтың, интеллигенцияның, властың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен анализлауға айырым иғтибар биреләсәк.

Бөтә Рәсәй конференцияһын үткәреү урыны итеп юҡҡа Өфө һайланмаған: Башҡортостан Рәсәйҙең географик картаһының үҙәгендә урынлашыуҙан тыш, юғары фәнни һәм философик потенциалға эйә төбәктәр иҫәбенә инә. Мәҫәлән, Рәсәй философия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ғалимдар һаны буйынса  (200-ҙән ашыу кеше) Мәскәүҙән, Санкт-Петербург һәм Екатеринбургтан ҡала дүртенсе урында килә.

Форум программаһында Бәләбәй районына сәфәр ҙә планлаштырыла, ҡатнашыусылар унда Надеждин ауылындағы Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейында буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть