7 декабрь, Шаршамбы

31 май 2011 йыл, 12:18

Бөрйән районында «Башҡорт иле» туристик хужалығы асыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бөрйән районының Ишдәүләт ауылында яҡын арала «Башҡорт иле» туристик хужалығы асыласаҡ. Ул барлыҡ тәбиғәт һөйөүселәр өсөн ғаилә менән ял итеү урынына әйләнергә тейеш. Хужалыҡ ҡалаларҙан һәм сәнәғәт үҙәктәренән алыҫта, йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Был тирәлә йылға гәлсәрҙәй таҙа инештәрҙән һәм тау шишмәләренән көс йыя. Туристик хужалыҡ йорттары эргәһендә, «Өс туған» ҡаялары аҫтында, ике шишмә урғылып сыға. Биләмәнән ситтә йыһазландырылған һыу инеү урыны эшләнгән.

Турбаза идарасыһы Минзиә Хатипова әйтеүенсә, комплекс 30 урынға иҫәпләнгән. Туристар бүрәнәнән һалынған йорттарҙа йәшәсәйәк, уларҙың интерьеры ла ағастан эшләнгән. Тәҙрәнән йылғаға һәм быуаттар дауамында үҫкән артыш менән ҡапланған ҡаяларға бик матур күренеш асыла.  

— Ял программаһында һәр төрлө, шул иҫәптән, Шүлгәнташ мәмерйәһенә, экскурсиялар ҡаралған, — тине Минзиә Хатипова. – Ағиҙел буйлап бер көнгә һал менән ағып төшөүҙәр һәм башҡорттарҙың традицион йолаларын күрһәтеү ойоштороласаҡ. Хужалыҡ ҡунаҡтарын урында етештерелгән экологик яҡтан таҙа продукттарҙан әҙерләнгән тәмле ризыҡтар көтә.

темалар: туризм, тәбиғәт