Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Урманда ваҡытлыса полиция бүлеге асылды

Йәмғиәт

Боеприпастар келәте шартлауынан зыян күргән Иглин районының Урман ауылында БР буйынса Эске эштәр министрлығы полицияның ваҡытлыса бүлеген асты. Был кисәге ҡабаттан башланған янғындан һәм шартлауҙарҙан һуң өйҙәренә ҡайтырға рөхсәт бирелгән ауыл халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында эшләнде.

Ваҡытлыса бүлектә 60 хеҙмәткәр эшләйәсәк, штатҡа участковыйҙар, тәфтишселәр һәм тәүтикшереүселәр, автоинспекторҙар, енәйәтте тикшереү бүлеге һәм патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре инде. Уларға элемтә саралары һәм ике вездеход бүлеп бирелгән. Полицейскийҙар бөгөндән башлап үҙ вазифаларына тотондо, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.  Бүлексәнең адресы: Урман ауылы, Үҙәк урам, 1а, дежур частың телефоны (34795) 2-61-98.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть