6 декабрь, Шишәмбе

31 май 2011 йыл, 10:34

Башҡортостан Президенты Өфөнөң «Иммунопрепарат»ында кире резус-факторлы ҡатындар өсөн дарыуҙар сығарыуҙы ойошторорға тәҡдим итте

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Иммунопрепарат» предприятиеһында кире резус-факторлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дарыуҙар етештереүҙе ойошторорға тәҡдим итте. Был тәҡдиме менән республика башлығы балалар медицинаһы мәсьәләләренә арналған Дәүләт Советы ултырышында сығыш яһаны.

— Беҙҙең Башҡортостанда 10 процент самаһы ҡатын-ҡыҙҙар кире резус-факторлы, һәм, үкенескә күрә, бындай осраҡта ҡулланылыусы «Иммуноглобулин антирезус» сит илдә генә етештерелә, — тип билдәләне республика Президенты. — Беҙ бындай препарат етештереүҙе Башҡортостанда яйға һала алабыҙ. Республикала «Микроген» федераль фәнни-етештереү берекмәһенең филиалы булған бик яҡшы «Иммунопрепарат» заводы бар. Әгәр был эште башлаһаҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙа кире резус-фактор булғанда файҙаланыусы препараттарҙы өс, хатта дүрт тапҡырға арзанайтыр инек. Был бындай осраҡтарҙа тыуған сабыйҙарҙың һаулығын да яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Беҙ үҙебеҙҙең препараттарҙы сығарыуға иҫәп тоторға тейешбеҙ. Һәм бер иммуноглобулинға ғына түгел, бәлки беҙҙең предприятиела етештерергә мөмкин булған башҡа препараттарға ла.