Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Башҡортостанда ғәҙәти булмаған балалар баҡсаһы асыласаҡ

Сәйәсәт

1 июнь — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Башкортостанда балаларҙы һауыҡтырыу өсөн бөтөнләй яңы шарттар булдырылған ғәҙәти булмаған балалар баҡсаһы асыласаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәү өлкәһендә үткән балалар медицинаһы мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы Президиумы ултырышында.    

— Баҡсала ҡыҙыҡлы медицина кабинеты буласаҡ, унда ЭКГ приборҙары, ультратауыш терапияһы, магнитотерапиия, спирография, һәр төрлө ингаляция аппараттары – иммунитетты күтәреүгә булышлыҡ итеүсе бөтә нәмә ҡаралған, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бындай балалар баҡсалары ғәҙәттәгеләренә ҡарағанда артыҡ ҡиммәт түгел. 80 урынлыҡ балалар баҡсаһы беҙгә яҡынса 65 миллион һумға төшәсәк, шул уҡ ваҡытта 80 урынлыҡ ябай балалар баҡсаһы 55 миллион һумға баҫа. 10-12 миллионға айырма яңы сифат һәм балаларҙы һауыҡтырыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирә. Өҫтәүенә, унда бассейн, тренажерҙары менән спорт залы бар. Беҙ тап ошондай балалар баҡсалары төҙөргә тырышабыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть