Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Урманда тағы янғын башланды

Йәмғиәт

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Иглин районының Урман ауылына янғын расчеттары йүнәлтелгән. Ваҡиғалар шаһиты -  «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе мәғлүмәте буйынса, йорттарын ташлап, ауыл халҡы ваҡытлы штаб янында йыйыла. Кешеләргә бронежилеттар таратыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, хәрби часть биләмәһендә яғыулыҡ келәте яна. Янғын 15.30 тирәһендә башланған. Берәм-һәрәм шартлауға оҡшаш тауыштар яңғырай, ҡуйы төтөн күҙәтелә. Торлаҡ йорттар районында янғын күренмәй. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ауыл буйлап йөрөп, өйҙәрендә ҡалған кешеләрҙе эвакуациялай. Келәт, ауылға ҡарағанда, урманға яҡыныраҡ урынлашҡан. Төтөн бағанаһына ҡарағанда, яҡындағы урманда ла янғын башланыуы ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть