8 декабрь, Кесе йома

30 май 2011 йыл, 17:11

Хәрби хеҙмәткә саҡырылған 500 егет Өфөнән Чита өлкәһенә ебәреләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Яҙғы саҡырылышта хәрби хеҙмәткә алынған егеттәр эшелоны Өфөнән армияға оҙатыласаҡ.  500-ҙән ашыу кеше РФ Ҡораллы Көстәрен тулыландырасаҡ. Уларға Чита өлкәһендә хеҙмәт итергә тура киләсәк.

Яңы хеҙмәткә алынғандарҙы оҙатыуға арналған тантаналы митинг 2 июндә 16 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының Хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында үтәсәк.

«Башинформ» агентлығына БР Хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, митингыла Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Илдар Баһауетдинов, хәрби хәрәкәт ветерандары, урындағы власть, Рус Православие Сиркәүенең Өфө епархияһы һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты вәкилдәре, йәш һалдаттарҙың ата-әсәләре ҡатнашасаҡ.  

темалар: хәрби хеҙмәт