4 декабрь, Йәкшәмбе

30 май 2011 йыл, 15:17

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары исемлегенә инде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары исемлегенә инде. 2011 йылдың апрель айында «Независимая газета» иҡтисад яңылыҡтары агентлығы менән үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре шуны күрһәтә.

Тикшереүҙә күрһәтелгән субъект башлыҡтары араһындағы дөйөм рейтингыла туғыҙынсы урын яулап, Рөстәм Хәмитов «көслө һөҙөмтәлелек» номинацияһында төбәк етәкселәре исемлегендә беренсе урында килә. Рөстәм Хәмитовтың позицияһы 3,71 балл менән баһаланған ағымдағы йылдың март айы менән сағыштырғанда, апрелдә был коэффициент артты һәм 3,83 балл тәшкил итте, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.