9 декабрь, Йома

30 май 2011 йыл, 9:15

Сауд Ғәрәбстаны Башҡортостанда нанотехнологиялар үҫешенә биш миллион доллар һаласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Сауд Ғәрәбстаны Короллеге Башҡортостандың инвестицион климатын өйрәнеүгә һәм нанотехнологияларҙы үҫтереү буйынса компания ойоштороуға биш миллион доллар инвестицияларға әҙер. Йәнә биш миллионды был проектҡа республиканың һалыуы күҙаллана. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа Сауд Ғәрәбстаны Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Салех Абдалла Камель шундай тәҡдимен индерҙе.  

Нанотехнологияларҙы үҫтереү буйынса ошондай уҡ берлектәге проект күрше Татарстанда тормошҡа ашырыла башлаған да инде.  

— Был компанияның дөйөм балансы — ун миллион доллар, — тине шәйех Салех Абдалла Камель. — Шуларҙың 30 процентын Сауд Ғәрәбстаны инвестицияланы, йәнә 20% — мосолман банкы средстволары, 50% — Татарстандың өлөшө.

Шәйех Салех Абдалла Камелдең билдәләүенсә, Көньяҡ Африка илдәренең береһендә төҙөлгән тағы бер ошондай компания дөйөм алғанда 100 миллион долларға барып баҫҡан. Унда ике миллиард долларлыҡ инвестицион проекттар тормошҡа ашырыла. Әгәр Башҡортостанда бындай компания барлыҡҡа килһә, капитал һалыуҙар хаҡы баштан һалынған средстволарҙан кәм тигәндә 20-25 тапҡырға арттырып ҡапланасаҡ, тигән ышанысын белдерҙе Сауд Ғәрәбстаны Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты.

Шәйех Салех Абдалла Камель белдереүенсә, Сауд Ғәрәбстаны беҙҙең республикала берлектәге инвестицион проекттарҙы әҙерләү өсөн белгестәрен ебәрергә әҙер.

— Беҙ бик күп инвесторҙар йәлеп итә аласаҡбыҙ, тип ышанам, — тине ул.