9 декабрь, Йома

30 май 2011 йыл, 11:11

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылының эмблемаһы раҫланды

автор: "Башинформ"

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы – 2011 эмблемаһын әҙерләүгә конкурс барышында комиссия ҡарары менән Нәсих Хәлисовтың эше иң яҡшыһы тип танылды. Ул Йылдың рәсми символикаһы сифатында раҫланды.

Республиканан һәм башҡа төбәктәрҙән конкурсҡа йәмғеһе 60-тан ашыу эш тапшырылды. Эштәр электрон төрҙә, баҫтырылған, ҡулдан төшөрөлгән һүрәт сифатында ҡабул ителде.

Конкурста мәктәп уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға тиклем төрлө йәштәрҙәге кешеләр ҡатнашты. Конкурсанттар Йыл эмблемаһы сифатында күрергә теләгән эскиздарына ентекле һүрәтләүҙәрен дә ебәрҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.