6 декабрь, Шишәмбе

30 май 2011 йыл, 9:48

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урман ауылындағы шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эштәре тамамланды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениелары Иглин районының Урман ауылындағы ғәҙәттән тыш хәлде ликвидациялау буйынса эштәрҙе тамамланы, хәрби база биләмәһендәге янғындар һүндерелде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының федераль төркөмдәре көстәре һәм саралары даими дислокация пункттарына ҡайтарыла, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, янғын сыҡҡан биләмә контролдән алынмай. Әлеге ваҡытта унда йәшәйеште тәьмин итеү системаларын тергеҙеү һәм зыян күләмен иҫәпләй эштәре алып барыла.

Эвакуацияланған граждандар йорттарына ҡайта башланы.