Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Республикала Берҙәм дәүләт имтиханын 13 мең самаһы кеше тапшыра

Йәмғиәт

27 майҙа Рәсәйҙә Берҙәм дәүләт имтихандары башланды. Башҡортостанда, төбәк Мәғариф министрлығының яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, беренсе көндә БДИ-ны биология, информатика һәм әҙәбиәтте һайлаған 12813 кеше тапшыра. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығының белем сифатын баһалау һәм БДИ бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, биологияға – 6945, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларына – 3930, әҙәбиәткә 1938 уҡыусы заявка биргән. Быйыл Башҡортостанда йәмғеһе 29 меңдән ашыу кеше БДИ тапшырасаҡ. Улар иҫәбенә башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары сығарылышы уҡыусылары, былтыр һәм быйыл мәктәпте тамамлаусылар инә.

Рус теле һәм математика мотлаҡ предмет булып ҡала, уларҙы уҡыусылар 30 майҙа һәм 6 июндә тапшырасаҡ.

2011 йылда Берҙәм дәүләт имтихандары үткәреү пункттары республиканың 118 урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә ойоштороласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть