4 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2011 йыл, 14:17

Башҡортостан Президенты Урман халҡы менән аралашты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов боеприпастар келәте шартлауы арҡаһында донъяһын ҡалдырған Урман ауылы халҡы менән Иглинда осрашты.  

Кешеләр әлеге ваҡытта Иглиндағы 95-се һөнәрселек училищеһында һәм мәҙәниәт йортонда урынлаштырылған. Улар өсөн туҡланыу, медицина ярҙамы, мунса ойошторолған. Лицей ашханаһында 80 кешегә өҫтәл әҙерләнә.

Зыян күреүселәр араһында алты ауырлы ҡатын, алты балаһы менән бер әсә бар.

Ауыл халҡы әйтеүенсә, күптәренең документтары, шул иҫәптән паспорттары, кеҫә телефондары, йорт хайуандары өйҙә тороп ҡалған. Кешеләр элемтәһеҙ ҡалған һәм туғандарына үҙҙәре хаҡында хәбәр итә алмай.

Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, зыян күргәндәрҙең документтары суд аша тергеҙеләсәк. Башҡортостан Президенты ҡаза күреүселәр менән даими аралашасағы һәм шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сараларҙы шәхсән үҙе контролдә тотасағы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл булған урынға ул бөгөн кискеһен йыйына, шулай уҡ шәмбе, йәкшәмбе, киләһе шишәмбелә лә унда барасаҡ.