9 декабрь, Йома

27 май 2011 йыл, 13:46

Урман ауылы янындағы снарядтар шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дүрт этапта үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

— Кисәге кистән алып Урман ауылы янындағы хәрби часта боеприпастар арсеналы шартлаған урында Прокуратураның Тәфтиш комитеты эшләй, — тип журналистарға Иглин районындағы хәл-ваҡиғаларҙа аңлатма бирә РФ оборона министры урынбаҫары армия генералы Дмитрий Булгаков. – Төрлө версиялар бар, ләкин янғындың төп сәбәптәре әлегә асыҡланмаған әле.  

Дмитрий Булгаков һүҙҙәренсә, 100, 125 һәм 152 миллиметрлы артиллерия снарядтарына дары зарядтары, шулай уҡ яҡтырта торған снарядтар шартлай. Ярсыҡтар иң күбендә 300 метрға сәселә. Генералдың әйтеүенсә, келәттә 90 мең тоннанан ашыу боеприпастар булған. Арсенал үҙе авария эҙемтәләре бөтөрөлгәндән һуң таратыласаҡ – был Рәсәй Оборона министрлығы планында күптән ҡаралған.

Шартлауҙарҙан бер хәрби хеҙмәткәр ҙә зыян күрмәгән, халыҡ араһынан өс кеше йәрәхәтләнгән – уларҙың барыһына ла медицина ярҙамы күрһәтелә.

— Әлеге ваҡытта шартлауҙар урынына техник саралар менән ҡоралланған 20 махсус саперҙар төркөмө килде, — тине Дмитрий Булгаков. – Уларҙың бурысы —тәү сиратта тораҡ пунктты таҙартыу. БР буйынса Эске эштәр министрлығы, республика етәкселеге һәм Иглин районы хакимиәте менән килешеп, төбәк хәүефле предметтарҙан таҙартылғас та, иҫән ҡалған йорт хужалары торлаҡтарына ҡайтасаҡ, тип ҡарар иттек.

Дмитрий Булгаков билдәләүенсә, шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү дүрт этапта алып барыласаҡ. Беренсеһе күптән башланған: биләмәгә ике робот индерелгән, уларҙың бурысы – юлдарҙы таҙартыу. Икенсе этапта ҡасаба биләмәһенә саперҙар йүнәләсәк. Өсөнсө этапта емереклектәрҙә юл һалыу өсөн файҙаланыусы инженер машиналар —танк базаһындағы бронемашиналар эшләйәсәк. Кешеләр ғүмеренә хәүеф янамауына тулы ышаныс булғанда ғына, дүртенсе этапта, урыны-урыны менән ҡалған утты һүндерер өсөн янғын машиналары ебәреләсәк.