3 декабрь, Шәмбе

27 май 2011 йыл, 12:36

Зыян күргән Урман халҡына бөгөн үк тәүге финанс ярҙамы күрһәтеләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Боеприпастар шартлауы арҡаһында зыян күргән Урман халҡына бөгөн үк тәүге финанс ярҙамы күрһәтеләсәк. Был хаҡта Урман ауылы янындағы оператив штабта үткән кәңәшмәнән һуң Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, 116 кеше йортһоҙ ҡалған. Финанс ярҙамынан тыш уларға ике ай дауамында ҡайтанан торлаҡ төҙөләсәк. Ауылда мародерлыҡҡа юл ҡуймау өсөн эштәр алып барыла, торлаҡ йорттарға инергә маташҡан һәм йорт хужаларының милке иҫәбенә байырға теләгән 15 кеше ҡулға алынған. Әлеге ваҡытта бер генә урлау факты ла теркәлмәгән.

Шулай уҡ республика Президенты әйтеүенсә, әле һаман яныуҙан туҡтамаған арсеналдың 400 хеҙмәткәренә әүәлгесә эш хаҡы түләнәсәк.