4 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2011 йыл, 12:05

29 майҙа Өфөлә Республика Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы үткәрелә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

29 майҙа Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы һәм БР мосолмандары Диниә назараты менән ойошторолған Республика Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы үтәсәк. Мосолмандарҙың изге китабын яттан һөйләүселәрҙең иң яҡшылары балалар араһында — теплоходта, ә ололар араһында М.Солтанова исемендәге Ислам колледжында билдәләнәсәк.

Конкурс Өфө ҡалаһы, М. Кәрим урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан М. Солтанова исемендәге Ислам колледжында сәғәт 10-да башланасаҡ.

темалар: конкурстар