4 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2011 йыл, 11:17

Григорий Рапота, Рөстәм Хәмитов һәм РФ оборона министры урынбаҫары Дмитрий Булгаков оператив штаб кәңәшмәһен үткәрҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Иглин районының Урман ауылы эргәһендәге ваҡиғалар урынына бөгөн иртән Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй оборона министры урынбаҫары армия генералы Дмитрий Булгаков килде. Снарядтар шартлаған боеприпастар келәтенән алыҫ түгел урынлашҡан штабта Григорий Рапота Дмитрий Булгаков һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Әлеге ваҡытта  Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Башҡортостан Президенты һәм РФ оборона министры урынбаҫары менән бергә шартлауҙар урынын ҡарар өсөн вертолетта һауаға күтәрелде.

Янғын урынында ҡотҡарыу хеҙмәттәре эшләй, мародерлыҡ осраҡтарына юл ҡуймаҫ өсөн тейешле саралар күрелә. Урман ауылы халҡы эвакуацияланған, әммә штабтан алыҫ түгел ерҙә биш автбус дежурға ҡалдырылған. Янғынды һүндереү өсөн һыуҙы яҡындағы быуанан ташыйҙар.

Боеприпастар келәтендә шартлауҙар әле һаман дауам итә.