Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

28 майҙа Башҡортостанда һабантуйҙар башлана

Йәмғиәт

28 майҙа республикала беренсе һабан байрамдары башланасаҡ. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында «Һабантуй-2011» халыҡ байрамын үткәреү тураһында» бойороҡ сығарылды. Алдағы шәмбелә Әлшәй, Ауырғазы, Дәүләкән, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Күгәрсен райондарында, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында сәсеү кампанияһы тамамланыуы билдәләнәсәк.

4 июндә республиканың 29 районында һабан байрамдары үтәсәк. Архангел, Асҡын, Баҡалы, Белорет, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Ғафури, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Краснокама, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Нуриман, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондарында ер эшсәндәре ҡотлауҙар ҡабул итәсәк.

Әбйәлил районында байрамды 9 июндә үткәреү планлаштырылған, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. 10 июндә – Учалы районында, 11 июндә Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Бөрө, Борай, Бөрйән, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы,Ҡыйғы, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Тәтешле, Хәйбулла райондарында һабантуйҙар үтәсәк.

Теги: һабантуй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть