9 декабрь, Йома

27 май 2011 йыл, 10:45

Башҡортостан һәм Газпромбанк бәләкәй бизнесты, ипотека һәм химия сәнәғәтен үҫтерәсәк

автор: Галина Бахшиева | фото: Динар Кәлимуллин

Кесаҙна, 26 майҙа, Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда Башҡортостан Республикаһы менән «Газпромбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм «Газпромбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Николай Коренев ҡул ҡуйҙы.

Килешеү республика Хөкүмәтенең һәм банктың Башҡортостан территорияһында матди һәм интеллектуаль ресурстар туплауҙы тәьмин иткән өҫтөнлөклө бурыстарҙы тормошҡа ашырыу буйынса үҙ-ара эш итеү тәртибен билдәләй.

Азамат Илембәтов республика өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған өс хеҙмәттәшлек йүнәлешен билдәләне. Был нефть һәм химия сәнәғәтенә инвестициялар, бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү, шулай уҡ халыҡҡа торлаҡ кредиттарын арзанайтыу һәм уларҙы алыу мөмкинлеген киңәйтеү.

Үҙ сиратында, Николай  Коренев ҡул ҡуйылған килешеүҙе үҫтереү йәһәтенән үҙ-ара эш итеү сроктарын, объекттарын һәм күләмдәрен билдәләйәсәк берлектәге хеҙмәттәшлек программаһын әҙерләргә тәҡдим итте.

— Беҙҙең Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙ иң элек уның Рәсәй Федерацияһындағы үҫешкән сәнәғәте булған иң эре субъект булыуына бәйләнгән. Һәм был сәнәғәт Газпромбанк өсөн профилле иҫәпләнә. Бынан тыш, республикала ауыл хужалығы ла, нефть химияһы һәм машиналар эшләү ҙә бик яҡшы үҫешкән. Алдағы йылдарҙа республикала ҙур инвестицион проекттарҙың тормошҡа ашырыласағын беләбеҙ, беҙ ҙә уларҙа ҡатнашырға теләр инек, — тине Газпромбанк идараһы рәйесе урынбаҫары Николай Коренев.