4 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2011 йыл, 9:23

Рөстәм Хәмитов Урман ауылында торлаҡ йорттар төҙөлөшө планын әҙерләргә ҡушты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусинға боеприпастар шартлауы арҡаһында йортһоҙ ҡалған Урман ауылы халҡына торлаҡ йорттар төҙөлөшө менән ярҙам итеү мәсьәләһен тикшерергә ҡушты.  

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта ғәҙәттән тыш хәл урынында шартлауҙарҙан һәм янғындан күрелгән зыян күләме билдәләнә. Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса йорттарына ҙур зыян килгән йәки янғын арҡаһында бөтөнләй өйһөҙ ҡалған граждандарға торлаҡ төҙөү планы әҙерләнә. Торлаҡ йорттар Башҡортостан бюджеты иҫәбенә төҙөләсәк. Рөстәм Хәмитов төҙөлөш программаһын әҙерләп, яҡын арала йорттар күтәреү буйынса эштәрҙе башлауҙы талап итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 26 майҙа Иглин районындағы Урман ауылында булды. Унда БР Президенты хоҡуҡ һаҡлау органдары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәкселәренең һәм хәрбиҙәрҙең докладтарын тыңланы. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов эвакуацияланған ауыл халҡын урынлаштырырға һәм уларҙың туҡланыуын ойошторорға ҡушты.

Башҡортостан Президенты телефон аша Рәсәйҙең Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Оборона министрлыҡтары етәкселәре менән бәйләнешкә инде. Һөйләшеүҙәр барышында торлаҡ йорттарға күскән янғынды һүндерер өсөн зыян күргән ауылға өҫтәмә янғын расчеттарын, шулай уҡ мародерлыҡ осраҡтарын булдырмаҫ өсөн Эске эштәр министрлығы көстәрен индерергә ҡарар ителде.

Башҡортостанға йәнә Рәсәй Оборона министрлығының етәкселек составын йүнәлтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде, улар Ғәҙәттән тыш хәлде ликвидациялау буйынса штабҡа етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға тейеш.

Ғәҙәттән тыш хәл урынына Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарының авиация техникаһы, шулай уҡ янғын сығанағына робототехника йүнәлтелде. «Беҙҙең бурыс — ауылды һаҡлап ҡалыу һәм хәлдәрҙең насарайыуына юл ҡуймау», — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.