4 декабрь, Йәкшәмбе

26 май 2011 йыл, 16:14

Хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм халыҡ Урман ҡасабаһынан эвакуацияланған

автор: Алик Шакиров

Урман ҡасабаһынан һәм янғын арҡаһында боеприпастар шартлаған хәрби частан хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм ҡасаба халҡы эвакуацияланды, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе. Янғын районынан йәмғеһе 2,5 мең кеше күсерелгән.

— Урман ҡасабаһы районы, М5 трассаһы, шулай уҡ Урмандан һигеҙ километр алыҫлыҡтағы Кордон ауылы ҡамауға алынған. Бында янғын һүндереү, тиҙ ярҙам, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ҡотҡарыусыларҙың машиналары йыйылып киткән, журналистар эшләй. Ваҡыты менән күккә күтәрелгән ҡара төтөн эсендә утлы нөктәләр күренә. Янғын һүндереү хеҙмәттәре алдында, уттың торлаҡ йорттарға таралыуына юл ҡуймаҫҡа, тигән бурыс ҡуйылған. Бер нисә секунд һайын снаряд атылыуы, шартлауҙар яңғырай,  — тип хәбәр итә хеҙмәткәребеҙ. Уның әйтеүенсә, яҡын арала бында Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы килергә тейеш. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев та бында.