5 декабрь, Дүшәмбе

26 май 2011 йыл, 16:00

Иглин районында Урман ауылы янындағы ғәскәри частың келәттәре яна

автор: Алик Шакиров

Башҡортостандың Иглин районында, Урман ҡасабаһынан алыҫ түгел ерҙә, ғәскәри частың келәттәре яна. «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Әнәс Вәлиуллиндың хәбәр итеүенсә, барлыҡ ашығыс һәм авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениелары, янғын һүндереү частары, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән район башлығы Рафиҡ Мусин да  янғын сыҡҡан урынға юлланған.

— Урман ҡасабаһы өҫтөндә ҙур төтөн бағанаһы күтәрелә, шартлау тауыштары ишетелә — снарядтар шартлайҙыр, моғайын, — ти Әнәс Вәлиуллин. Уның һүҙҙәренсә, район хакимиәтендә 14.00 тирәһендә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр алына. Ғәскәри часть үҙәгендә хәрби хеҙмәткәрҙәр йәшәгән биш ҡатлы өс йорт тора. Урман ҡасабаһында иһә 3540 кеше йәшәй. Ғәҙәттән тыш хәл урынына Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһынан да янғын һүндереү частары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениелары килә.  

Ғәскәри часть келәттәрендә янғын сығыу сәбәптәре әлегә билдәһеҙ. Ғәскәри часть территорияһындағы ангарҙарҙан тыш, унда боеприпастар һаҡлау өсөн ер аҫты келәттәре лә бар. Башҡортостандың хәрби комиссариатында ла, Өфө гарнизонында ла янғындың нилектән сығыуын аңлата алмайҙар. Унда ла ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен атарға ҡыйынһындылар.

«Башинформ» агентлығы хәбәрселәре менән видеотөркөм дә Урман ҡасабаһы районына юлланды. Улар, Урман өҫтөндәге төтөн 40 километр алыҫлыҡтан күренә, тип хәбәр итте.