3 декабрь, Шәмбе

26 май 2011 йыл, 15:36

Татарстан Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Рауил Моратов: «Иғтибарҙы сеймал ресурсы буйынса хәл ителмәгән мәсьәләләргә йүнәлтергә кәрәк»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә асылған «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн Татарстан Республикаһынан ҙур делегация килде. Уны Татарстандың Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Рауил Моратов етәкләй.

— Был форумда беҙ Рәсәй иҡтисады үҫеше өсөн көнүҙәк темаларҙы тикшерәсәкбеҙ, — тине ул пленар ултырышта. — Беҙҙең өсөн нефть химияһы аша иҡтисадты үҫтереү — буш һүҙ түгел. Волга буйы ҡалаларының барыһын да берләштергән осраҡта ғына нефть химияһы продукцияһын етештереү күләмдәре арттырыласаҡ, тип иҫәпләйем.  

Рауил Моратов, химия сәнәғәтенең өҫтөнлөклө үҫеше илдә тулы күләмдә тормошҡа ашырылмай, тип билдәләне. Бөгөн Рәсәйҙә етештерелгән ун миллион тонна углеводород газының 3,5 миллионы ғына нефть химияһы ихтыяждарында ҡулланыла.  Илдә йәнә нефть химияһы продукцияһының бер нисә йүнәлеше производствоһы бөтөнләй юҡ. Һөҙөмтәлә был өлкәлә тауар импорты арта, шул уҡ ваҡытта сит ил етештереүселәре бик йыш Рәсәй сеймалын файҙалана.

— Иң элек сеймал ресурсы буйынса хәл ителмәгән мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтергә кәрәк, — тип белдерҙе Рауил Моратов. — Бөтә пландарыбыҙ ҙа тормошҡа ашыр һәм мәсьәләләр хәл ителер, тип өмөтләнәбеҙ. Беҙ Башҡортостандың һәм Татарстандың потенциалы менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең республикалар алдында торған иң юғары бурыстар ҙа үтәләсәк, быға шигебеҙ юҡ.

темалар: форумдар