Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Сауд Ғәрәбстаны Башҡортостан сәнәғәтенә инвестициялар һаласаҡ

Сәйәсәт

Сауд Ғәрәбстаны Короллеге Башҡортостан сәнәғәтенә инвестициялар һалырға әҙер. Был хаҡта Өфөлә «Ҙур химия» форумында Сауд Ғәрәбстаны Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты шәйех Салех Абдалла Камель белдерҙе.

— Беҙҙең бизнес-берләшмәбеҙ Башҡортостандағы инвестицион проекттар буйынса һәр тәҡдимде ҡыҙыҡһынып ҡабул итәсәк, — тине ул. — Бигерәк тә илебеҙҙең һәм һеҙҙең республиканың уртаҡ темалары күп булыуы арҡаһында. Беҙҙә, һеҙҙәге кеүек үк, нефть табыу һәм эшкәртеү яҡшы үҫешкән. Әлеге форум Сауд Ғәрәбстанына атап әйткәндә — Башҡортостан, дөйөм алғанда Рәсәй менән яңы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырырға мөмкинлек бирер, тип ышанам.

Шәйех Салех Абдалла Камель Советтар Союзының үҙ ваҡытында Сауд Ғәрәбстанын таныған беренсе дәүләт булыуын билдәләп, уның ватандаштары Сауд Ғәрәбстанындағы тәүге совет илсеһе Кәрим Хәкимовтың Башҡортостандан булыуын яҡшы хәтерләүе хаҡында белдерҙе. Ул ил етәкселеге, ябай халыҡ менән дә дуҫтарса йылы мөнәсәбәттәр булдырыуға өлгәшкән һәм был илдә Ҡыҙыл Паша исемен алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть