7 декабрь, Шаршамбы

26 май 2011 йыл, 13:54

Башҡортостан Президенты Рәсәйҙә химияны үҫтереүҙең перспективалы юлын тәҡдим итте

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфөлә беренсе «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында сығыш яһап, Рәсәйҙә нефть һәм газ химияһын үҫтереүҙең перспективалы юлын тәҡдим итте. Ул ике төп мәсьәләне хәл итергә кәрәклеген билдәләй. Беренсенән, эшкәртеү пердприятиеларын сеймал менән етерлек күләмдә тәьмин итергә кәрәк, ә улар илебеҙ территорияһында төрлө ерҙә төрлө күләмдә тупланған. Икенсенән, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, ваҡ химия компанияларына түгел, ә эреләренә таянырға кәрәк. Бар донъяла бөгөн ошондай тенденция күҙәтелә һәм ул үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлаған.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, Рәсәй нефть химияһында хәлдәр яҡшынан түгел.  

— Беҙҙең ил донъяла иң ҙур экспортлаусы иҫәпләнә, шул уҡ мәлдә ул полимерҙар кеүек нефть эшкәртеүҙән алынған юғары технологиялы продукттар баҙарының ни бары бер процентын биләй, — тине ул. — Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең нефть химияһы продукцияһының баҙары 30 проценттан ашыуға импорт иҫәбенә тәьмин ителә.  

Башҡортостан Президенты Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путиндың, «сеймал һатабыҙ, унан һуң сит илдән үҙебеҙҙең сеймалдан етештерелгән әҙер продуктты һатып алабыҙ», тигән һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙө.

Юғары кимәлдәге нефть химияһы продукцияһын етештереү өлөшөндә Рәсәй алдынғы донъя дәүләттәренән бер нисә тапҡырға ҡалыша. Йән башына этилен етештереү беҙҙә Көнбайыш Европаға ҡарағанда өс тапҡырға кәмерәк. Ә ПВХ буйынса беҙ дүрт тапҡырға артта ҡалғанбыҙ.

Шулай ҙа Рөстәм Хәмитов, был һандар нисек кенә насар булмаһын, уларҙа позитив һәм перспектива бар, тип иҫәпләй.

— Барыбыҙ ҙа түбән база эффекты хаҡында беләбеҙ, унан үҫеүе еңел, — тине Башҡортостан Президенты. — Беҙ аҙ етештереп тә, импортҡа күп оҙатабыҙ икән. тимәк, баҙар бар, оҙайлы сроклы һорау бар. Ә инвесторға ул етештерергә йыйынған продукцияға оҙайлы сроклы һорау булыуынан да мөһимерәк нимә бар?

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, «Ҙур химия» беренсе халыҡ-ара форумын үткәреү майҙаны сифатында Өфөнөң һайланыуы осраҡлы түгел.

— Беҙгә тап Башҡортостандан ошондай майҙансыҡ кәрәк ине,— тине ул. — Беҙҙә химия производстволарына бай башҡа лайыҡлы ҡалалар һәм территориялар барҙыр, бәлки. Ләкин шуны аңларға кәрәк: Башҡортостан Рәсәй, совет химияһы пионеры булды. Һәм, һис шикһеҙ, был өҫтөнлөктө берәү ҙә бер ҡасан да онотмаясаҡ.