6 декабрь, Шишәмбе

26 май 2011 йыл, 12:40

Башҡортостанда инновацион үҫештең өҫтөнлөктәрен билдәләү механизмы раҫланды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте республиканың фәнни-техник һәм инновацион үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре составын билдәләү һәм уға төҙәтмәләр индереү механизмын, киҫкен технологиялар исемлеген раҫланы.

Хөкүмәттең тейешле ҡарарына ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйҙы.

Документ оҙайлы прогнозды эшләүҙән алып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән раҫланыуға тиклем билдәләү һәм төҙәтмәләр индереүҙең өс этабын күҙ уңында тота. Шулай уҡ Тәртип менән өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләү, уларға төҙәтмәләр индереүҙең эҙмә-эҙлелеге билдәләнде.  

Бөтә донъя фәнни-техник һәм технологик үҫеш тенденцияларына анализ һәм Рәсәй Федерацияһында һәм донъя баҙарында Башҡортостан Республикаһының конкурент һәләтлелеген баһалау нигеҙендә яһалған оҙайлы сроклы прогноз әҙерләүгә айырым урын бирелә.  

Бынан тыш, социаль-иҡтисади үҫештең стратегик маҡсаттарынан, тәбиғи, финанс, матди һәм кадрҙар ресурстарының күпме булыуынан, шулай уҡ фәнни-техник һәм технологик потенциалдан сығып, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән прогноз республиканың тәү сираттағы фәнни һәм техник ҡаҙаныштарға ихтыяждары исемлеген дә үҙ эсенә ала.

Өҫтөнлөклө йүнәлештәр составына һәм киҫкен технологиялар исемлегенә төҙәтмәләр индереү, фәнни-техник һәм инновацион өлкәләрҙәге үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, йылына кәмендә 1 тапҡыр тормошҡа ашырыласаҡ.

Ҡарарҙың үтәлешенә контроль БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мөлөковҡа йөкмәтелде, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.