3 декабрь, Шәмбе

26 май 2011 йыл, 10:27

Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының презентацияһы үтте

автор: Любовь Колоколова

Кисә Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә, «Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта бизнесы көндәре — 2011» федераль күргәҙмә-конгресс сараһында Башҡортостан Республикаһының презентацияһы үтте. Унда БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, Башҡортостан Туриндустрия союзы рәйесе Кинйә Күскилдин һәм бар донъяға билдәле «Le petit fute» белешмәләрен нәшер итеүсе Пьер-Кристиан Броше ҡатнашты.

Руслан Кинйәкәев форум ҡунаҡтарын республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, ҡатнашыусыларға бәләкәй бизнес өсөн төп инфраструктура проекттары һәм бөгөн төбәктең эшҡыуарлыҡ структуралары файҙалана алырлыҡ мөмкинлектәр хаҡында һөйләне.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләт комитеты рәйесе презентацияла республиканың туристик-рекреацион ресурстарына, донъялағы алдынғы туризм үҙәктәренән ҡалышмаған бай һәм төрлө туристик программалар һәм йүнәлештәре булыуына баҫым яһаны.

Броше әфәнде төбәк буйынса өс көнлөк сәфәре барышында үҙе өсөн Рәсәй туристарының ғына түгел, сит ил халҡының да иғтибарын йәлеп итерлек үҙенсәлекле тәбиғәте, тарихи-мәҙәни һәм архитектура ҡиммәттәре булған территорияны асыуын билдәләне. Һүҙен йомғаҡлап, Броше әфәнде күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә беҙҙең республикаға барыуҙарын теләне, шулай уҡ яҡын арала Башҡортостан буйынса «Le petit fute» белешмәһен сығарырға вәғәҙә бирҙе.