Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Ҡала көнөнә Өфө халҡына Икея менән Ашан бүләк ителәсәк

Иҡтисад

— Цивилизациялы иҫәпләнергә теләгән һәр ҡалала бөтә донъяға билдәле сауҙа селтәрҙәре брендтары булырға тейеш, — тине Леруа Мерлен комплексын асыу тантанаһында Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев. — Бөгөн беҙ ошондай тағы бер бренд алдыҡ — был Леруа Мерлен системалары магазиндары.

Быға тиклем Өфөлә МЕТРО, Касторама, донъя кимәлендәге сауҙала лайыҡлы урын алған башҡа предприятиелар асылғайны.

— Сауҙа селтәрҙәре үҫешһен, сауҙа мәҙәниәтле, таҙа, асыҡ булһын өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Павел Качкаев. — Кешеләр сифатлы тауарҙы үҙ хаҡына ала алырға тейеш.  

Былтыр Өфөлә 144 стационар сауҙа объекты асылды һәм ике меңдән ашыу эш урыны булдырылды. Баш ҡалала дөйөм майҙаны 500 мең квадрат метрлыҡ 21 ҙур сауҙа объекты төҙөлә. Икеа менән Ашан да шулар иҫәбендә.

Өфө мэры билдәләүенсә, Леруа Мерлен сауҙа итеү менән бергә бихисап бушлай хеҙмәттәр ҙә күрһәтә. Бында быяла ҡырҡыу ҙа, тәҙрә пәрҙәләрен тегеү ҙә, республиканың теләһә ҡайһы тораҡ пунктына тауар алып барыу ҙа инә.

— Бер айҙа Өфөлә донъяла киң билдәле сауҙа селтәрҙәрен асыу планлаштырыла. Был мәсьәләне бөгөн беҙ Икеа компанияһы етәкселеге менән тикшерҙек, — тине Павел Качкаев. — Ашан менән Икеаны асып, улар беҙгә Ҡала көнөнә ҙур бүләк эшләр ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть