5 декабрь, Дүшәмбе

25 май 2011 йыл, 17:18

Владимир Путин республиканың 11 кешеһенә ярҙам итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе һәм берҙәм рәсәйлеләр лидеры Владимир Путин Башҡортостандың 11 кешеһенә ярҙам итте. «Берҙәм Рәсәй»ҙең Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт иткән граждандарға уның шәхси имзаһы ҡуйылған ошо сама хат килде. Бөтә мөрәжәғәттәрҙе лә ыңғай хәл итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителгән.  

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшләй башлағандан алып, 2008 йылдың 28 авгусынан ағымдағы йылдың 25 майына тиклем унда 5553 мөрәжәғәт килгән. Өфөлә ҡабул итеүҙәрҙән тыш ,Күмертауҙа, Бөрөлә, Туймазыла, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Кушнаренко райондарында күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторолған.  

Граждандарҙы Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡабул иткән. Ә ағымдағы йылдың 22 апрелендә ҡабул итеүҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткәрҙе.