Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың яугир-интернационалистары халыҡ-ара наградалар алды

Сәйәсәт

Башҡортостандың Афғанстан һуғышында ҡатнашҡан яугир-интернационалистары Руслан Аушев етәкселегендәге БДБ дәүләттәре хөкүмәт башлыҡтары советы ҡарамағындағы Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитетының Координация советынан наградалар алды.

Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, локаль һуғыштарҙа һәм хәрби конфликттарҙа ҡатнашҡан ветерандарға социаль ярҙам буйынса әүҙем һәм емешле эшләгәне өсөн Рафаил Исхаҡовҡа, Радик Ғәлиевҡа һәм Илдус Хәмиҙуллинға грамоталар тапшырылды. Рим Рәжәпов миҙал алды.  

Наградаларҙы ветерандарға «Берҙәм Рәсәй»ҙең Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов тапшырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть