5 декабрь, Дүшәмбе

25 май 2011 йыл, 16:15

«Леруа Мерлен»дың асылыуы - Башҡортостандың Франция менән хеҙмәттәшлегендә беренсе аҙым

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

— «Леруа Мерлен»дың асылыуы – Башҡортостан Республикаһының Франция предприятиелары менән хеҙмәттәшлегендә ни бары беренсе аҙым, ҙур, ҡыҙыҡлы проекттың башы ғына, — тине сауҙа комплексын асыу тантанаһында 25 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Беҙ бөгөн Францияның Рәсәйҙәге илсеһе менән артабан хеҙмәттәшлек итеүҙең төрлө варианттарын тикшерҙек, һәм перспективалар яҡшы ғына.

Сауҙа комплексы асылыуын республикала күптән көтәләр.

— Республика халҡының һәм был сауҙа предприятиеһын ойоштороусылар хыялының тормошҡа ашыуына шатмын,— тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ барыбыҙ ҙа бергәләп ауыр юл үттек, сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәттек. Бөгөн үҙәктең асылыуы – ошо сифаттарыбыҙ һөҙөмтәһе ул.

Тантаналы сарала Францияның Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе Жан Де Глиниасти, «Леруа Мерлен Көнсығыш» компанияһының генераль директоры Венсан Гюффруа, Өфө мэры Павел Качкаев ҡатнашты.

Өфөләге магазин директоры Михаил Киянов Башҡортостан Президентын бында күрһәтелгән тауарҙар ассортименты менән таныштырҙы. Хыялыңдағы йортто төҙөү өсөн магазин кәштәләрендә 41 мең төрҙәге тауар тәҡдим ителә. Улар 15 бүлеккә урынлаштырылған.

Рөстәм Хәмитов сауҙа селтәрендә һатылған урындағы етештереүселәр тауарҙары менән ҡыҙыҡһынды. Беренсе булып «Ласселсбергер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үҙенең изделиеларын күрһәтте. Республика башлығы Өфөләге «Евромастер» компанияһының корпуслы мебелдәре һәм шкаф-купелары сифатын да баһаланы.

Рөстәм Зәки улы магазинда әйбер һатып алыуҙан да баш тарта алманы. Республика Президенты, насадкаларҙың да тейешлеһен һайлап, отвертка алды.

— Тыштан ингән ишектәрҙе йүнәтеп ҡуйырға уйлағайным да, өйҙә отвертка булмауы асыҡланды, — тип ниңә был эш ҡоралын һайлауын аңлатты Рөстәм Зәки улы. — Бөгөн эштән ҡайтҡас, һуң булыуына ҡарамаҫтан, ишекте йүнәтеп ҡуям.

— Бындай сауҙа үҙәгенең асылыуы барыһына ла сигнал кеүек, — тип бөгөнгө ваҡиғаның әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. — Был ошо тармаҡтағы ышаныслылыҡҡа, системалы яҡшы эш алып барылыуына гарантия.  

Сауҙа комплексын асыуҙағы тотҡарлыҡтар сәбәптәренә туҡталып, Рөстәм Хәмитов, контроль-күҙәтеү органдары яғынан да, сауҙа селтәре йәһәтенән дә аңлашылмаусанлыҡтар булды, тип билдәләне.

— Беҙ бар ҡаршылыҡтарҙы ла бөтөрә алдыҡ. Мин айыҡ фекер еңгәне өсөн күҙәтеү органдарына ла, был комплекс төҙөлөшөндә ҡатнашҡандарға ла рәхмәт әйткем килә. Бындай цивилизациялы сауҙа формалары иң элек бөтөн Башҡортостан халҡы өсөн кәрәк бит.  

Бынан тыш, республикала сауҙа селтәрҙәре булдырылыуы инвесторҙар өсөн сигнал булып тора. Хәҙер француз инвесторҙары менән сәнәғәт проекттарын тормошҡа ашырыуға ла оҙаҡ ҡалманы.

— «Альстом», «Сен-Гобен» компаниялары, тағы бер нисә француз фирмалары менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, һәм бөгөн беҙ Франция илсеһе менән бик күп ҡыҙыҡлы, эстәлекле проекттарҙы тикшерҙек,— тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Перспективалар һәйбәт.