Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

«Башкиргражданпроект»тың йәш архитекторҙары Шәйехзада Бабич исемендәге премияға күрһәтелде

Йәмғиәт

«Башкиргражданпроект» проект институты ябык акционерҙар йәмғиәтенең дүрт кешенән торған ижади коллективы Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына күрһәтелде. Йәш архитекторҙар премияға Өфөлә Комсомол урамындағы күп ҡатлы торлаҡ йортто проектлағаны өсөн тәҡдим ителде. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премиялары буйынса комиссияның йомғаҡлау ултырышы 26 майҙа үтәсәк. Премиялар 27 июндә тапшырыласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, өс премияға йәмғеһе ун кандидат дәғүә итә: сәнғәт өлкәһендә етәү, икәү – әҙәбиәттә һәм берәү –архитектурала.  

Белешмә өсөн. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы республиканың йәш архитекторҙарының, композиторҙарының, яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдарының иң яҡшы, халыҡ араһында танылыу алған юғары художестволы әҫәрҙәре, йырсыларҙың, цирк һәм эстрада артистарының, театр, кинотеатр һәм башҡа төрлө тамаша учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең, бейеү, музыкаль һәм эстрада коллективтарының сәхнәлә ҡуйылған юғары профессиональ эштәре өсөн бирелә.

Йыл һайын 16 – 35 йәштәрҙәге дәғүәселәргә өс премия тапшырыла.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть