5 декабрь, Дүшәмбе

25 май 2011 йыл, 12:02

Башҡортостанда яңы «Максат» башҡорт йәштәре хәрәкәте ойошторола

автор: Марина Шумилова

27 майҙа, Йәштәр көнөндә, Өфөлә башҡорт йәштәренең яңы «Маҡсат» ойошмаһын ойоштороу конференцияһы үтәсәк.

Кисә Башҡортстан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында был хәрәкәтте ойоштороу буйынса инициатива төркөмөнөң ултырышы үтте. Унда ойошманың маҡсаттары һәм бурыстары, уның исеме, ойоштороу-хоҡуҡи формаһы, шулай уҡ ойоштороу конференцияһын үткәреү көнө билдәләнде.

Инициатива төркөмө етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Йәштәр советы ағзаһы Валерия Төмәнцеваның билдәләүенсә, йәштәрҙең милли, мәҙәни, социаль, иҡтисади, сәйәси ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, республика территорияһындағы граждандар йәмғиәте үҫешендә ҡатнашыу, йәштәр мөхитендә милләт-ара татыулыҡ идеяларын пропагандалау, башҡа төрлө йәштәр йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу яңы төбәк йәмәғәт ойошмаһының төп маҡсаты булырға тейеш.  

— Бөгөнгө көндә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа дәүләт органдары менән конструктив хеҙмәттәшлек алып барыусы бер генә башҡорт йәштәре ойошмаһы ла юҡ, — тип билдәләне инициатива төркөмө ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Искәндәр Юлдашев. — Һөҙөмтәлә башҡорт йәштәренең күбеһе республиканың йәмәғәт тормошонан ситтә ҡала. Әле булдырылыусы йәштәр хәрәкәте башҡорт йәштәре менән һөҙөмтәле эш итеүҙе ойоштороп, уны граждандар йәмғиәтенең бер өлөшө яһап, был буш торған өлкәне үҙ ҡулына ала алыр ине.

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин фекеренсә, йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашасаҡ яңы башҡорт йәштәре ойошмаһын булдырыу мәсьәләһе күптән хәл итеүҙе талап итә ине.  

— Толерантлыҡ һәм милләт-ара татыулыҡ идеяларына нигеҙләнгән башҡорт йәштәренең яңы хәрәкәте башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм арттырыуҙан тыш, республика йәштәре мәнфәғәттәрен дә яҡлаясаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Руслан Ғизәтуллин.