4 декабрь, Йәкшәмбе

25 май 2011 йыл, 9:01

Рөстәм Хәмитов: «Беҙгә фәнни йәмәғәтселек менән эшлекле мөнәсәбәттәр етмәй»

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

— Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге – беҙҙең өсөн мөһим һәм кәрәкле структура. Властағыларға мөһим булған кеүек, производствоға, Башҡортостан Республикаһы халҡына ла мөһим. Һеҙ республикабыҙҙың ғилми элитаһы. Үҙ эшебеҙҙә күп осраҡта беҙ һеҙҙең ҡаҙаныштарға таянабыҙ, — тине Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге институттары ғалимдары менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Шишәмбе, 24 майҙа, республика башлығы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең дөйөм йыйылышында ҡатнашты. Ғалимдар Президентҡа үҙҙәренең төрлө өлкәләрҙәге тикшеренеүҙәре хаҡында һөйләне.

— Һеҙ эшләгән йүнәлештәр бик күп, — тине Рөстәм Хәмитов. — Фундаменталь фәндәрҙән алып ғәмәлиләренә тиклем.

Әммә Президент билдәләүенсә, «фән һәр ваҡыт дөйөмләштереү, аналитикаһы менән мөһим».

— Республика етәкселегенә бөгөн тап ошолар етмәй. Мин ун ай эшләгән осорҙа бер генә аналитик яҙма ла өҫтәлемә килеп ятманы, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Был, әлбиттә, берлектәге эшебеҙҙәге ҙур етешһеҙлек. Ысын мәғәнәһендә эшлекле мөнәсәбәттәр етмәй, ә улар беҙгә кәрәк, сөнки республика бөгөн ике юл сатында тора. Беҙгә бер йыл элек эшләгән форматта ҡалырға ярамағанлығы бөгөн барыбыҙға ла аңлашыла. Һаман артта ҡалып киләбеҙ. Иҡтисади үҫештә лә артта ҡалабыҙ, производствоны модернизациялау мәсьәләһендә лә, һандар беҙҙең файҙаға түгел. Республика халҡының йән башына уртаса килемдәре бик түбән һәм беҙҙең потенциалға тура килмәй. Беҙ бик йыш, шул иҫәптән фәндә лә, аҡсаны тартып-һуҙып саҡ еткерәбеҙ. Финанслау ҙур түгел. Һеҙҙең 13 институт буйынса дөйөм сумма 777 миллион һум. Был бик аҙ. Эш хаҡы кимәле лә юғары түгел.

Президент ҡағылған тағы бер көнүҙәк тема – фәнгә йәш кадрҙар йәлеп итеү.

— Төп мәсьәләләрҙең береһе — кадрҙар, кешеләр. Беҙ йәштәрҙе юғалтабыҙ. Улар ситкә китә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Үҙемдең аспирант йылдарымды хәтерләйем, лабораторияла аҡ халатта йөрөгәнемде, эксперименттар ҡуйғанымды. Донъяға ҡарашыбыҙ икенсе ине. Ҡайҙалыр икенсе урында эшләргә, ниндәйҙер икенсе эштәр менән шөғөлләнергә мөмкин булыуы башҡа ла килмәне. Бөгөн бындай мөмкинлектәр бар.  

— Кешеләрҙе эш, хеҙмәт хаҡы, лайыҡлы шарттар менән тәьмин иткәндә генә, уларҙы кире ҡайтара алабыҙ, — тип иҫәпләй республика башлығы.

Ғалимдарға мөрәжәғәт итеп, Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте менән фәнни йәмәғәтселек араһында яңыса мөнәсәбәттәр ҡорорға кәрәклеген билдәләне.  

— Әгәр һеҙҙе яңы модернизациялау процестарына йәлеп итмәһәк, беҙ һөҙөмтәләр ала алмаясаҡбыҙ. Әгәр беҙ бер фекерҙән булып, бер-беребеҙҙе аңлап, бер-беребеҙгә ярҙам итә алһаҡ, алға китеш буласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.