9 декабрь, Йома

25 май 2011 йыл, 9:27

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгендә яңы етәксе

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәген Рәсәй Фәндәр академияһының Нефтехимия һәм катализ институты директоры, химия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Усеин Джемилев етәкләйәсәк. Фәнни йәмәғәтселек менән тәҡдим ителгән кандидатураны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең дөйөм йыйылышына килгән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та хупланы.

Сарала билдәләнеүенсә, Өфө ғилми үҙәгенең һәм республиканың академик фәненең 60 йыллыҡ тарихында юғары етәкселәр бер ҡасан да дөйөм йыйылыштарҙа ҡатнашмаған.

— Беҙҙең өсөн был оло хөрмәт, был беҙҙе ҡанатландыра, — тине Усеин Джемилев.

темалар: фән