10 декабрь, Шәмбе

24 май 2011 йыл, 17:03

Сәлиә Мырҙабаева: «Башҡортостан Президентының республика граждандары менән телекүпер форматында аралашыуы – властың асыҡлығына сағыу дәлил»

автор: Марина Шумилова

— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 23 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа республика граждандары менән аралашыуы – властың асыҡлығына сағыу дәлил, Президенттың республика парламентына быйылғы үҙенең беренсе Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйылған төп маҡсаттың эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырылыуы ул. Президент Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнеүенсә, «граждандар власть үткәргән сәйәсәтте формалаштырыуҙа ҡатнашырға тейеш. Сәйәсәт асыҡ, үтә күренмәле булырға тейеш». Асыҡ, ирекле диалог формаһындағы үҙенсәлекле интерактив аралашыу форматы граждандарға Башҡортостан өсөн көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙе, — тине «Башинформ» агентлығына Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Рөстәм Хәмитовтың республика халҡы менән үткәрелгән телекүперенә аңлатма биреп. — Бындай аралашыу һөҙөмтәләре, кешеләрҙең ысынбарлыҡтағы әһәмиәтлерәк ихтыяждарын иҫәпкә алып, бөтә кимәлдәге власть эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индерергә мөмкинлек бирәсәк. Дәүләттең граждандар йәмғиәте менән тулы кимәлдәге кире бәйләнешен ысынбарлыҡта тормошҡа ашырыу, республиканың артабанғы үҫешендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләүҙә йәмәғәтселектең ҡатнашыуы ошо була ла инде.