7 декабрь, Шаршамбы

24 май 2011 йыл, 15:11

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар-2011» күргәҙмәһе асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Өфөнөң Спорт һарайында Нефть һәм газ форумы менән XIX «Газ. Нефть. Технологиялар-2011» халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Башҡортостан күргәҙмә компанияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы уларҙы ойоштороусылар булып сығыш яһай. Күргәҙмә Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы патронаты аҫтында үткәрелә. Рәсәй Федерацияһының Энергетика министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы ярҙам күрһәтә.

Нефть-газ форумы сиктәрендә пленар ултырыш үткәреләсәк, алты тематик секция эшләйәсәк. Был көндәрҙә шулай уҡ көнүҙәк темалар буйынса конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, стенд докладтары ойоштороласаҡ.

Күргәҙмә майҙаны 11 меңдән ашыу квадрат метрҙы тәшкил итә. Экспозициялар Спорт һарайы алдындағы майҙанда, ике аренала, фойела һәм тәүге тапҡыр Өфөлә — махсус рәүештә ошо ваҡиға уңайынан төҙөлгән мобиль павильонда йәйелдерелгән.

«Газ. Нефть. Технологиялар-2011» XIX халыҡ-ара күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 35 төбәгенең, шулай уҡ сит илдәрҙең 360-тан ашыу компанияһы үҙенең экспозицияларын әҙерләгән. Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Германия, АҠШ, Япония фирмалары экспозицияларында халыҡ иғтибарына нефть-газ тармағы технологиялары тәҡдим ителә.  

Башҡортостан Республикаһынан тармаҡтың алдынғы предприятиелары —  «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Уралсибнефтепровод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Сода», «Газпром нефтехим Салауат», «Каустик», «Синтез-Каучук», «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре һәм башҡалар ҡатнаша.

— Ике тиҫтә йылға яҡын Өфө нефть һәм газ сәнәғәтенең алдынғы компанияларын үҙендә ҡабул итә, — тине күргәҙмәне асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов. – Республикабыҙ илдәге иң үҫешкән, ҡеүәтле нефтехимия потенциалына эйә. Яҡын арала Башҡортостанда БМО ҡанаты аҫтында «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы асылыу факты ла быны раҫлай.

Рәсәй нефть-газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль билдәләүенсә, нефть-газ тармағындағы барлыҡ төбәк күргәҙмәләре араһынан был күргәҙмә иң яҡшыһы һәм ҡыҙыҡлыһы.  

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров сарала ҡатнашыусыларға рәхмәтен еткерҙе һәм яҡын арала күргәҙмәнең ВДНХ-ның ҙур аренаһында үткәреләсәген белдерҙе.  

Өфөләге күргәҙмәгә Татарстан, Удмуртия, Һамар, Ырымбур һәм башҡа өлкәләр, Пермь крайы кеүек эргә-тирәләге төбәктәрҙән тыш, Себерҙән, шулай уҡ ҡайһы бер сит илдәрҙән дә нефть табыу һәм нефть эшкәртеү предприятиелары белгестәренең килеүе көтөлә.