6 декабрь, Шишәмбе

24 май 2011 йыл, 13:53

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы тамамлана

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала 2011 йылғы сәсеү кампанияһы тамамлана. Яҙғы сәсеү 90% майҙандарҙа үткәрелгән. Әлеге ваҡытта игенселәр йылы яратыусы культураларҙы сәсеүгә сыҡты. Ҡарабойҙай, тары, кукуруз һәм судан үләненә сират етте.  

БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре күҙаллауынса, яҙғы сәсеү 26-27 майға тамамланырға тейеш. Яҙғы баҫыу эштәренә һабантуйҙарҙа йомғаҡ яһаласаҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала беренсе һабан байрамының 28 майҙа уҡ үтеүе ихтимал, баҫыу эштәре тамамланыуын күрһәтеүсе һабантуйҙарҙың күбеһе 4 июнгә билдәләнгән.

Ауыл эшсәндәре ошо көндәрҙә яңы агротехник эштәрҙе үтәүгә сыға. Бер нисә районда иген сәсеүлектәрен химик утауға төштөләр, сиратта — аралыҡлы культураларҙың рәт араһын эшкәртеү.