9 декабрь, Йома

24 май 2011 йыл, 13:43

Өфө ҙур байрамдарға әҙерләнә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҙур өс байрамға – Ҡала көнөнә, Рәсәй көнөнә һәм Салауат Юлаев көндәренә әҙерләнә. Тәүге ике байрам бер көнгә – 12 июнгә тура килә, өсөнсөһө 11 — 20 июндә үтәсәк.

Өсләтә тантанаға әҙерлек ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәнең төп темаһына әйләнде. Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы начальнигы Исламетдин Мәмбәтовтың хәбәр итеүенсә, 12 июндәге байрам йола буйынса республиканың һәм ҡаланың рәсми кешеләре менән Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуҙан башланасаҡ. Бынан һуң төп саралар В.И.Ленин исемендәге майҙанда йәйелдереләсәк. Унда ете тирмә ҡуйыласаҡ, улар янында ҡаланың ижади коллективтары Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығын һәм берҙәмлеген символлаштырыусы концерт ойошторасаҡ. Ошонда уҡ мәғариф учреждениеларының ижади коллективтары ҡатнашлығында традицион балалар байрамы үтергә тейеш.

В. Ленин исемендәге майҙанда сәғәт 12-лә «Өфө – дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы» профессиональ ижади коллективтар фестиваленә старт биреләсәк. Бындай фестиваль тәүге тапҡыр ойошторола. Унда Мәскәүҙән, Силәбенән, Ырымбур, Тольятти, Түбәнге Новгородтан, республикабыҙ ҡалалары һәм райондарынан артистар ҡатнашасаҡ. «Возрождение»  милли рус балетының (Мәскәү) эксперименталь номерҙары программаның биҙәге булырға вәғәҙә итә.  

Байрам программалары ҡаланың бөтә райондарында ла планлаштырылған. Улар «Моторҙар эшләүселәр», «Орджоникидзе» мәҙәниәт һарайҙары янындағы майҙандарҙа, Дим районы, «Ҡашҡаҙан», «Беренсе май», И. Якутов исемендәге һәм башҡа мәҙәниәт һәм ял парктарында йәйелдереләсәк. Салауат Юлаев көндәре сиктәрендә халыҡ геройы һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһын ойоштороу, тематик конкурстар һәм күргәҙмәләр үткәреү ҡаралған.

12 июндә байрам саралары Өфөлә В. Ленин исемендәге майҙанда фейерверк менән тамамланасаҡ.