8 декабрь, Кесе йома

24 май 2011 йыл, 13:04

Рөстәм Хәмитов: «Кешеләр алдында оло бурысыбыҙ бар»

автор: Әлфиә Әһлиуллина

— Яҡшы етәксе телевидениела нисек сығыш яһауы һәм аңлайышлы һөйләүе менән түгел, ә өлгәшкән һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика халҡы менән тура эфирҙа аралашыу барышында интернет аша Балтас районынан килгән хатҡа аңлатма биреп. Унда: «Башҡортостанда ошондай Президент булғанына ғорурланам. Ата-әсәйемдең яҡташы булған өсөн генә түгел. Ул һорауҙарға аныҡ яуап бирә, бер һүҙ менән әйткәндә, яҡшы етәксе», — тип яҙылғайны.

— Был осраҡта беҙ бөгөн, кәм тигәндә, Башҡортостан Республикаһында, иҡтисади үҫеш, табыш алыу өлөшөндә билдәләнгән планканы төшөрмәнек. Бынан тыш, 2011 йыл да ярайһы яҡшы башланды, бюджет керемдәре буйынса беҙ 20 проценттан ашыуға алда барабыҙ. Аныҡлап тормайым, сөнки һәр кеше кеүек үк күҙ тейҙерергә ҡурҡам, — тине республика башлығы. Уның билдәләүенсә, Башҡортостанға яҡшы ресурстар ағымы килә. Бер нисә миллиард һумлыҡ өҫтәмә табыштар барлыҡҡа килде, улар торлаҡҡа, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеләсәк.

— Бынан тыш, беҙҙә сәнәғәт, нефть эшкәртеү, нефтехимия яҡшы һәм тотороҡло рәүештә үргә бара. Беҙ «Газпром нефтехим Салауат» һәм «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре араһындағы бик ҡатмарлы конфликтты көйләүгә ирештек. Был да ҡаҙаныш — Салауаттан Стәрлетамаҡҡа этилен поставкалауға биш йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуйылды. Шулай уҡ, атап әйткәндә, Октябрьскийҙағы һатылмаҫ кеүек күренгән активтарҙы һатыуға өлгәштек. Машиналар эшләү өлкәһе лә яҡшы үҫешә. Йәғни, беҙ тыныс, тотороҡло, һәйбәт эшләйбеҙ. Ләкин беҙҙең өсөн был ғына аҙ, бөгөнгө хәлебеҙ шундай, бер аҙҙан бюджет беҙҙән ике тапҡыр арттырыуҙы талап итәсәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Ошо осраҡта ғына, Президент фекеренсә, республика етәкселеге торлаҡ, юлдар, мәктәп, дауаханалар төҙөлөшөн тейешенсә финанслай аласаҡ.  

— Беҙҙең кешеләр алдында оло бурысыбыҙ бар, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был бурыс тиҫтәләгән йылдар дауамында йыйылып килде, совет власы уны һуңынан хәл итеүгә, коммунизмға ҡалдыра барҙы. Унан һуң килгән властар дәүләт мәсьәләләрен бик ауыр үҙгәртеп ҡороу заманында хәл итте, унда табыш алыу түгел, нисек иҫән ҡалырға, кешеләрҙе нисек ашатырға, тигән мәсьәләләр торҙо. Һәм был бурыс артты ла артты. Бөгөн беҙҙең, власть вәкилдәре булараҡ, кешеләргә күп нәмәне биреп бөтөрмәүебеҙ аңлашыла: торлаҡ өлөшөндә, социаль хеҙмәтләндереү, төҙөкләндереү, эш хаҡы өлөшөндә. Хәҙер быларҙың барыһын да бер юлы хәл итеп булмай,— тине Башҡортостан Президенты.

темалар: БР Президенты