3 декабрь, Шәмбе

24 май 2011 йыл, 12:03

Башҡортостан Президенты бер йылда эшләгәндәре өсөн отчет бирәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был вазифала бер йыл эшләү йомғаҡтары буйынса республика халҡы алдында отчет бирәсәк. Был хаҡта ул граждандар менән телекүпер ярҙамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа аралашҡанында белдерҙе.

— Был вазифала эшләй башлауыма ике айҙан бер йыл тула, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һәм бер йылда эшләгәндәрем өсөн мотлаҡ иҫәп-хисап бирәсәкмен. Бындай тапшырыу август – сентябрҙә эшләнәсәк.

Республика Президенты, халыҡ менән тура эфирҙа аралашыу оҙайлылығы киләһендә өс сәғәткә тиклем арттырылыр, моғайын, тип билдәләне.  Быға тура эфирға килгән һорауҙарҙың күп булыуы сәбәпсе. Уларҙың күбеһенә Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа яуап биреп өлгөрмәне. Улар БР Президенты Хакимиәтенә тапшырыласаҡ, һәм республика башлығы был һорауҙарға яҙма рәүештә яуап бирәсәк.

Был юлы һорауҙарҙың күбеһе Рөстәм Хәмитовҡа оло быуын вәкилдәренән килде. Шулай ҙа йәштәр ҙә юғары әүҙемлек күрһәтте. Йәштәр биргән һорауҙар нигеҙҙә торлаҡ менән тәьмин итеү, эшкә урынлашыу, эш хаҡы мәсьәләләренә һәм республика ауылдарында инфраструктураның насар үҫешкән булыуына ҡағылды.