Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә 200 мең сәскә ултыртылды

Йәмғиәт

Өфөлә быйыл яҙ 200 мең сәскә ултыртылды. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең Төҙөкләндереү һәм коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы Владимир Чернов хәбәр итте. Сәскәләрҙең күбеһе «ҡыҙыл линияла» – Октябрь проспектында, Беренсе Май, Октябрҙең 50 йыллығы урамдарында, Салауат Юлаев проспектында ултыртылған.

Ҡалалағы ағастар иҫәбе йәмғеһе 21 меңдән ашыу үҫентегә артҡан, 30 мең самаһы квадрат метр майҙанда газондар сәселгән. Бынан тыш, ҡолауы мөмкин булған, шуның арҡаһында кешеләр именлегенә хәүеф менән янаған биш мең ҡороған ағас, шул иҫәптән 500 тирәк ҡырҡылған. Йәнә 10 мең ағас санитар эшкәртеүгә дусар ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть