Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 75 мең ғаилә торлаҡҡа сиратта тора

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандағы ғаиләләрҙең биш проценты самаһы, анығыраҡ әйткәндә, 75 мең ғаилә, торлаҡҡа сиратта тора. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа тамашасылар һорауҙарына яуап биргәндә республика Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

— Торлаҡ алырға теләүселәр төрлө категориянан. Ветерандар ҙа, инвалид балаларҙың ата-әсәләре лә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар ҙа бар. Беҙгә 40 мең самаһы фатир табырға кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың яртыһы – федераль бюджет иҫәбенә, икенсе яртыһы республика бюджетынан финансланасаҡ.

Республика башлығы һүҙҙәренсә, был бик ҙур сумма, һәм уларҙы алдағы ике йылда ғына табып булмаясаҡ.

— Эшләргә, бюджетты тулыландырырға кәрәк. Беҙгә яңы эш урындары, яңы производство кәрәк, — тине Президент. – Бер генә юлыбыҙ бар – байыраҡ булырға. Беҙ икенсе кешеләргә әйләнергә тейешбеҙ, һәр ваҡыт башҡалар артынан ҡыуыусы була алмайбыҙ. Башҡортостан – шәп, ҡеүәтле, ҙур потенциалы булған республика. Һәм бюджетыбыҙ ҙа беҙҙең ҙурыраҡ булырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть