Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡы менән «тура линия» үткәрҙе

Сәйәсәт

23 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа граждандар менән аралашты.

«Тура линия» ике сәғәттән әҙ генә күберәк ваҡытты алды. Күсмә телекамералар Өфөнө Благовар районының Языков ауылы һәм Сибай менән тоташтырҙы. Был тораҡ пункттар халҡының төрлө проблемалы һорауҙар менән республика башлығына мөрәжәғәт итергә мөмкинлеге булды. Өфө вуздары студенттары ла үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә алды. Улар Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бригадаһы эшләгән Башҡорт дәүләт университеты аудиторияһынан Рөстәм Хәмитов менән диалог алып барҙы.    

Республика халҡы менән аралашҡан ваҡыт эсендә Башҡортостан Президенты адресына өс йөҙҙән ашыу һорау килде. Шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәрҙе колл-үҙәктә эшләгән журналистар ҙа ҡабул итте.

Рөстәм Хәмитовҡа бирелгән һорауҙарҙың күбеһе торлаҡ һәм балалар баҡсалары менән тәьмин итеүгә, эш хаҡы түләүгә, оло быуын тураһында хәстәрлек күреүгә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә, агросәнәғәт комплексына, мәҙәниәт һәм спортҡа ҡағылды.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре халҡы ла Башҡортостан Президентына үҙенең һорауҙарын бирҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть